Сентябрҙән алып декабргә тиклем республикала ҡырын эштәрен атҡарып йөрөгән бур федераль эҙләүҙә булған.
Урланған биҙәүестәрҙе ул йә ломбардҡа тапшырған, йә осраҡлы кешеләргә һатҡан.
Әлеге ваҡытта ул һаҡ аҫтында.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы, Ишембай, Ғафури һәм Ауырғазы райондарындағы ошондай уҡ енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.