2020 йылдың башынан Рәсәйҙең 33 төбәгенең 265 тораҡ пунктында сир йоҡтороу осрағы теркәлгән (йорт сусҡаларында – 159, ҡырағай сусҡаларҙа – 106). Шулай уҡ илдең күпселек төбәктәренә таралып өлгөргән әҙер ит продукттарында Африка сусҡа тағуны асыҡланыуы тураһында мәғлүмәт бар.
Бөгөнгә Башҡортостанда 470 200 баш сусҡа һәм 5512 баш ҡырағай ҡабан теркәлгән, уларың барыһына ла сир янай. Карантин саралары индерелһә, ауырыу сығанағынан 20 саҡрым радиуста барлыҡ хайуандарҙы ҡырырға тейештәр.
Әлеге ваҡытта төбәктә 13 сусҡасылыҡ предприятиеһы биологик хәүефһеҙлеккә тикшереү үткән. Уларҙың биологик яҡланғанлығы уртаса һәм юғары кимәлдә, шәхси хужалыҡтарҙа түбән кимәлдә тип билдәләнә.
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте, предприятиеларҙы тикшерергә, аңлатыу эштәре алып барырға кәңәш итә. Сусҡаларға заводта етештерелгән аҙыҡты ғына бирергә, малдар торған бинаға ингәндә дезинфекция сараларын, алмаш кейемде файҙаланырға кәрәк, тип кәңәш итә белгестәр.