Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2020, 10:41

«Айыҡ ауыл»да һәр бер ғаилә әүҙем ҡатнашты

Благовар районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйеслеге менән кәңәшмә үтте.

Кәңәшмәнең бер өлөшө «Айыҡ ауыл-2020» конкурсының район кимәлендә ойошторолоуына, уҙғарыу нескәлектәренә һәм мәсьәләләренә арналды. Благовар районынан республика этабында Үрге Ҡарғалы ауылы ҡатнашасаҡ.
«Конкурс барышында ауылдарҙа төрлө саралар уҙғарылды, уларҙа һәр бер ғаилә әүҙем ҡатнашты, тиһәк тә була. Мәҫәлән, Ҡарғалы ауылында бер ғаилә башлығының хәмер менән бәйләнгәнен белеп ҡалғас, һыналған алымдарҙы ҡулланып, уны был эштән арындырҙыҡ. Даими рәүештә профилактик әңгәмәләр, табиптар, имам-хатибтар менән кәңәшмәләр ойошторабыҙ. Был эштәр файҙаға килтерҙе: былтыр наркологик профилактика иҫәбендә беҙҙең ауылдан бер ғаилә торһа, быйыл беҙ ул ғаиләне насар ғәҙәттәрен ташлатып, ғаилә башлығын эшкә урынлаштырып, был хурлыҡлы исемлектән сығарҙыҡ. Хәҙер ауыл халҡы өсөн дөйөм маҡсат — ул республика этабында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү. Берҙәм көс менән беҙ ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндерҙек, 2019 йылда ауыл мәктәбендә асылған көрәш секцияһының эшен йәнләндерҙек, милли байрамдарҙы бергәләп уҙғарҙыҡ. Киләһе йылға ла пландарыбыҙ байтаҡ, әлегә улар 2021 йылдың февраленә тиклем иҫәпләнгән»,— тип һөйләне Ҡарғаны ауыл советы башлығы Илфир Ишбулатов.
Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының төбәктәр менән эш итеү бүлеге начальнигы Рөстәм Баянов ҡатнашты. Ул район хакимиәте һәм ауыл советы етәкселегенә конкурстың республика этабына айырым иғтибар менән әҙерләнергә ҡушты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Батыраев, район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм социаль сәйәсәт бүлеге етәксеһе Азат Муфазалов, «Ғаилә» район-ара үҙәге етәксеһе Наталья Дорощенко, Языков ауылы мәхәлләһе имам-мөхтәсибе Хәлит Юнысов, урындағы католик мәхәлләһе руханиһы Ниетзел Джизеф Уильям ҡатнашты. Улар ҙа «Айыҡ ауыл-2020» конкурсына ярашлы башҡарылған эштәр һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты.
Читайте нас