ЯҠТЫЛЫҠ ҠАЙТАРҒЫС КЕЙЕМ. УЛАР НИМӘ ӨСӨН КӘРӘК?
Күптәребеҙ был хаҡта уйлап та бирмәй, әммә водителдәр ҡараңғыла, айырыуса төндә ҡара төҫтәге кейем кейгән кешеләрҙе бөтөнләй күрмәй. Яҡтылыҡ ҡайтарғыстар – яҡтылыҡ нурын үҙенә кире ҡайтара торған махсус элементтар. Ул кейемдең еңенә йәбештереп ҡуя торған наклейка, брелок йә балалар уйынсығы булыуы ла мөмкин. Яҡтылыҡ ҡайтарғыс элемент ни тиклем ҙурыраҡ, шул тиклем водитель йәйәүлене яҡшыраҡ күрәсәк. Һәр хәлдә улар алыҫтан күренеп тора һәм юл-транспорт фажиғәләренең ихтималлығын 85 процентҡа кәметә.
Әйткәндәй, йәйәүлеләрҙең яҡтылыҡ ҡайтарғыс тағып йөрөтөүе закон менән нигеҙләнгән.
Тораҡ пункттан ситтә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йә күҙ күреме насар булғанда юл йөрөгән кешенең кейемендә мотлаҡ рәүештә яҡтылыҡ ҡайтарғыс булырға тейеш. «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре»нең 4.1-се пункты. Ҡағиҙәне боҙған өсөн – штраф 500 һум.
Иң мөһиме! Балаларығыҙға иң ҙур яҡтылыҡ ҡайтарғыстар ҙа тулыһынса хәүефһеҙлекте гарантияламауын аңлатығыҙ. Юлды аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ, водитель һеҙҙе күреп туҡтағас ҡына хәрәкәтте башлағыҙ.
Яҡтылыҡ ҡайтарғысты хужалыҡ тауарҙары йә көнкүреш техникаһы магазиндарында 100 һум тирәһенә алырға мөмкин!
САҒЫУ ТӨҪТӘГЕ КЕЙЕМ. НИ ӨСӨН КӘРӘК?
Күпселек кеше ҡара төҫтәге, күҙгә ташланып бармаған кейемгә өҫтөнлөк бирә һәм балаларына ла шундайҙы һатып ала. Сөнки, беренсенән, һары кейемде ҡара кейемгә ҡарағанда ике тапҡыр йышыраҡ йыуырға кәрәк. Икенсенән, башҡаларҙан айырылып торорға теләмәү.
Киләһе фотоһүрәттәрҙе Польшаның Кротошина ҡалаһынан хоҡуҡ һаҡсылары әҙерләгән. Беренсе фотоһүрәттә баланы күрәһегеҙме? Ә ул унда бар! Ә икенсеһендә?
Ғалимдар иҫәпләүенсә, ҡара кейемдәге кеше водителдәргә бөтөнләй күренмәй, күк кейемдә – 15 метрҙан күренә, ҡыҙыл – 25 метрҙан, аҡ – 50 метрҙан һәм унан артыҡ (аҫтағы фотоһүрәткә иғтибар итегеҙ).
ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ ҺӘМ ФИЗИКА ДӘРЕСЛЕГЕ
Барыбыҙ ҙа быны беләбеҙ, юлдарҙа водителдәр пешеходтарҙы һүгә, йәйәүлеләр водителдәрҙе. Ниндәйҙер кимәлдә улар бер-береһен аңлап етмәй, сөнки төрлөсә фекер йөрөтәләр. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм физиканың ябай ғына закондарын белгәндә был ҡаршылыҡты аңларға мөмкин.
Мәҫәлән, ҡайһы бер йәйәүлеләр светофорҙа «йәйәүлеләр үткәүеле» билдәһен күрә лә ҡыҙыл төҫкә сығып китә. Был дөрөҫ түгел – светофор бар икән, уның командаһын көтөргә кәрәк, көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүелендә генә водителдәр кешеләрҙе үткәрергә тейеш.
Күпселек водителдәр светофорҙың йәшел төҫө яныу менән ҡабаланып ҡуҙғалып китә, улар йәйәүлеләр машиналарҙы мотлаҡ үткәрергә тейеш тигән фекерҙә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 13.1-се пунктында яҙылғанса, йәйәүле юлды аша сығып барған саҡта машиналарға йәшел төҫ яна икән, улар урынынан ҡуҙғалмаҫҡа тейеш.
Әгәр кеше физика закондарын белһә, ул етеп килгән машина алдынан юлды аша йүгереп сыҡмаҫ ине. Водитель барыһын да күреп тә, туҡтап та өлгөрә алмай, был осраҡта машинаның тиҙлеге лә, ауырлығы ла ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, йөк машиналарының бер түгел, дүрт «һуҡыр зона»һы бар. Түбәндәге фотоһүрәттә күрергә мөмкин. Водитель абайламай бер юлы бер нисә кешене тапатырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар йыш була.
Физика дәреслеген теләгән бер китап магазинында һатып алырға мөмкин.
Һауа температураһының йыш үҙгәреүе арҡаһында йыш ҡына урамда юлдар катокка әйләнә. Ҡоламаҫ өсөн тәпәш үксәле йә резина табанлы үксәһеҙ аяҡ кейеме алығыҙ.
Боҙҙан йөрөгәндә кеҫәгеҙҙән ҡулдарығыҙҙы сығарығыҙ һәм ике яҡҡа йәйегеҙ, эйе, тап самолет ҡанаттары кеүек. Аяҡтарығыҙҙы яурын киңлегендә айырып баҫығыҙ, тубыҡтарығыҙҙы бер аҙ бөгөгөҙ һәм алға эйелеңкерәп бәләкәй генә аҙымдар менән атлағыҙ.
Аяҡ кейеме һәм хужалыҡ магазиндарында «ледоход», «ледоступ» тип аталған аяҡ кейемдәре һатыла. Энәле ҡулайламалар аяҡ кейеменең осона һәм үксәһенә беркетеп ҡуйыла һәм боҙҙа иркенләп йөрөргә мөмкин. Хаҡы – 200-600 һум тирәһе. Ҡулайламалар оло йәштәгеләргә айырыуса ныҡ кәрәк, улар йыш ҡына ҡолап аяҡ-ҡулын һындыра бит.
Йәйәүлеләр яҡтыртҡыс ҡайтарғыс элемент урынына фонарик ҡуллана ала. Хәүефле лә, осһоҙораҡ та... Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҙур трассалар янында йәшәүселәргә фонариктар таратып бирәләр.
Ҡыйбатлы һәм көслө фонарь алырға кәрәкмәй, 50 һумлыҡ ябай «ҡытай» фонариктары ла бара. Лазер алып ҡуймағыҙ.
Кем уҡып бөттө, уға бүләк – йәнһүрәт! Балаларығыҙ менән бергәләп ҡарағыҙ, уларға оҡшаясаҡ!