Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2020, 10:45

Ҡыҙыҡлы бәйге булмаҡсы

Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы Екатеринбургта урындағы «Автомобилист» уйынсылары менән сәкәләшәсәк.

«Автомобилист» иһә, һуңғы арала ауыр осор кисерә. Улар һуңғы 12 осрашыуҙың 11-ндә еңелеү кисерҙе. Уҙғанында ла «Тпактор»ға еңелеп, әлеге ваҡытта 36 уйындан һуң 42 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында етенсе баҫҡысты биләй. Шулай ҙа улар, бишенсе урында килгән өфөләрҙән өс уйынға әҙерәк уҙғарып, мәрәй һаны буйынса сағыштырмаса әллә ни юғалтыу кисермәгән һымаҡ. Нисек кенә булмаһын, беҙҙе ҡыҙыҡлы бәйге көтә.
фото: ТАСС.
Читайте нас