Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2020, 18:40

«Тишек» Метсоланан ҡотолорға кәрәк

«Салауат Юлаев» командаһы Екатеринбургта урындағы «Автомобилист» уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңә килеп, һөҙөмтәлә ҡапҡасыбыҙ арҡаһында, һуңғы осорҙоң аҙаҡҡы минутында еңел генә шайбаны үткәртеп отолдо.

Фин ҡапҡа һаҡсыһына килгәндә,ул ҡайһы саҡ ысынлап та ҡотҡара, әммә оҫта ҡапҡасы өсөн аҙ… Ғөмүмән, быйылғы миҙгелдә ул, ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдырғаны юҡ. Уның урынына торған үҫмер Тарасов, хатта бер нисә бәйгелә юлаевсыларҙың ҡапҡаһын һаҡлап, ике тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро»ға ҡалдыра. Ә инде Юха, уҙған миҙгелдә генә өс осрашыуҙа гол үткәртмәй.
Әлбиттә, алда плей-офф бар. Тик, нишләптер уға ышаныс юҡ һымаҡ…
фото: ТАСС.
Читайте нас