Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабря 2020, 12:51

Табиптарға дәүләт наградалары тапшырылды

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында – төрлө табиптар, шәфҡәт туташтары, шулай уҡ коронавирус менән көрәштә әүҙем ҡатнашыусы Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары. Бөтәһе 37 кеше ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр һәм Рәхмәт хаттары алды.
«Бөгөн, Башҡортостан Республикаһы Конститутцияһы көнөндә беҙ һеҙҙе байрам менән ҡотлау, республика халҡы исеменән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн саҡырҙыҡ.
Быйыл бөтә донъяны баҫып алған пандемия беҙгә табип һөнрәнең айырыуса әһәмиәтле булыуын иҫкә төшөрҙө. Коронавирус инфекцияһының тәүге көндәренән алып, һеҙ үҙ һаулығығыҙҙы хәүеф аҫ:тына ҡуйып, «ҡыҙыл зона»ла тәүлектәр буйы хеҙмәт иттегеҙ.
Ҡәҙерле беҙҙең табиптар! Ихлас рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ҡабул итегеҙ!» – тиелә Башҡортостан башлығының ҡотлау һүҙҙәрендә.
Фото: Матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас