Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2020, 11:20

Тағы 163 кешелә теге сир табылған

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда лаборатор рәүештә 17904 яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыу осрағы теркәлгән.

Шуларҙың 14060-ы һауыҡҡан, 129-ы өсөн уның аҙағы насар тамамланған. Һуңғы тәүлектә генә тағы ла 163 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған, 132 кеше һауыҡҡан, бер кешенең үлеме теркәлгән.
Әлеге көндә республика дауаханаларында 875 кеше коронавирустан дауаланыу курсы үтә. 55 пациент – ауыр хәлдә, 13 кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 2840 кеше ауырыуҙы еңелсә үткәреү сәбәпле, өйҙә генә дауалана.
Тәүлек эсендә пневмония менән ауырыусылар һаны 417 кешегә артҡан. Бындай диагнозлы 389 пациенттың ауырыуҙан имен-аман ҡотолоуы асыҡланған.
Фото:Башинформ.
Читайте нас