Өфөлә йәшәүсе Ангелина исемле ҡатын интернет селтәрҙәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп яҙған: «Сикләүҙәр индерелеүгә ҡарамаҫтан, Ленин урамы 32 адресы буйынса урынлашҡан «Смоки Пипл» рестораны таңғы сәғәт 5-кә ҡәҙәр эшләй. Яҡындағы барлыҡ төнгө клубтар күрһәтмәләрҙе үтәп, киске сәғәт 11-гә тиклем эшләй, ә быныһында ғәләмәт күп халыҡ йыйыла. Иғтибар итегеҙ. Башҡортостан Башлығының указын барыһы ла берҙәй үтәргә тейеш».
Ангелинаның хатын «Инцидент» алған, ә был системаға килеп эләккән мәсьәлә, ҡағиҙә булараҡ, хәл ителә. Ҡатындың ялыуы буйынса Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексек Гусев яуап бирә:
«Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Ленин урамы 32 адресы буйынса урынлашҡан ресторанда санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшерҙе. Һеҙҙең хатта яҙылған мәғлүмәт раҫланды. «Смоки Пипл»-ға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылды. Уның һөҙөмтәләре буйынса ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы артабан тикшереүҙәрҙе көсәйтәсәк».