Был мәктәп 1400 урынға иҫәпләнгән. Бында төрлө түңәрәктән тыш, медиаүҙәк тә бар. Унда шөғөлләнгән уҡыусылар ике мәктәп гәзитен сығара. Верстка һәм баҫма мәктәп типографияһында цифрлы машиналар ярҙамында башҡарыла. Полилингваль уҡытыу - белем усағында бер - нисә сит телде бер юлы өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Мәктәп гәзиттәре лә бер - нисә телдә нәшер ителә. Йәш журналистар медиаүҙәк менән ғорурлана, бындай үҙәк күптәр өсөн хыял ғына, ти улар. - Беҙҙең мәктәп барлыҡ заманса белем биреү талаптарына яуап бирә һәм төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙыра, - ти Азат Батыршин.