Төбәк прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фармацевт Рәсәй Енәйәт кодексының 160-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ҡаралған енәйәт эше ҡылыуҙа (ялған документтар) ғәйепләнә.
Ведомствонан асыҡлауҙарынса, суд уны шартлы рәүештә өс йыл да 6 айға иркенән мәхрүм иткән һәм ике йылға фармацевтика менән шөғөлләнеүҙе тыйған. Суд ҡарары үҙ көсөнә инмәгән әле, хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен танымаған.
Тикшереү асыҡлауынса, ҡатын 2018 йылдың ғинуарынан май айына тиклем үҙенә ышанып тапшырылған ВИЧ-инфекцияһын дауалау өсөн тәғәйенләнгән препараттарҙы урлаған. Уларҙың дөйөм суммаһы 970 мең һум тәшкил иткән. Бының өсөн ул дарыуҙарҙы тотоноу тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәтттәр индерелгән ялған документтарға ҡул ҡуйған. Урланған вирусҡа ҡаршы препараттарҙы ғәйепләнеүсе, бергә эш итеүсе кешеләре менән билдәһеҙ кешеләргә һатҡан.