Билдәле булыуынса, тап ошо райондың Ишбулды ауылында 15 декабрҙә мәрхәмәтлек йортонда 11 кешенең ғүмерен өҙгән янғын сыҡҡайны. Ошо ҡурҡыныс фажиғәнән һуң Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников ҡала һәм район прокурорҙарына тәүлек әйләнәһенә кешеләр йәшәгән бөтә махсуслашҡан социаль учреждениеларҙа тикшереү үткәрергә ҡушты.
Бөгөн иһә, ошо ваҡиғанан һуң 9 көн үтеүгә, Әбйәлил районы прокурорының үҙ вазифаһын ҡалдырып китеүе билдәле булды.
«Булат Аҫылғужин үҙ теләге менән эшенән китте», — тип аңлатма бирә Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Гүзәл Мәсәғүтова.
Әйткәндәй, Булат Аҫылғужин Рәсәй Генераль прокуроры приказы менән Әбйәлил районы прокуроры итеп 2016 йылдың ноябрендә тәғәйенләнгәйне.