Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабря 2020, 17:44

Һаулыҡ һаҡлау министры онлайн-форматта журналистар менән осрашты

Бөгөн БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин менән журналистар ҡатнашлығында онлайн-форматта брифинг үтте.

Ул һаулыҡ һаҡлау системаһының йыл йомғаҡтарына һәм йыл проблемаһы – яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш темаһына арналды.
Министр республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмалары, медицина хеҙмәткәрҙәре эштәренә ҡыҫҡаса байҡау яһап, быйылғы йылда был тармаҡта ҙур эштәр башҡарылыуын билдәләп үтте. Атап әйткәндә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер түгел ике ковид-госпиталдең төҙөлөүе, ауылдарҙа яңы фельдшер-акушер пункттарының асылыуы, дауаханаларҙың, поликлиникаларҙың матди-техник базаһы нығытылыуы, автобазаһы яңыртылыуы һ.б.
Журналистарҙы иһә коронавирусҡа ҡаршы дөйөм вакциналау, министрҙың ҡасан прививка эшләтергә йыйыныуы, ковид менән ауырығандан һуң уның эҙемтәләрен нисек бөтөрөү, пандемияның ҡасан тамамланыры, буласаҡ медиктарҙың ситтән тороп уҡыуының һөҙөмтәлелеге кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Министр бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы, һәр береһенә тулы һәм ентекле яуап бирергә тырышты.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас