Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2020, 11:20

Ғаиләләр өсөн саралар календары төҙөлдө

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре башҡарма власть органдары менән берлектә ғаилә календарын төҙөнө. Унда 2021 йылда буласаҡ иң файҙалы мәғариф, мәҙәни, ижади саралар, фестиваль-конкурстар исемлеге тупланған.

Был календарь буйынса теләгән бер сарала ҡатнаша алаһығыҙ. Спектаклдәр, концерттар тураһында ла мәғлүмәт бар.

Инегеҙ ҙә ҡарағыҙ, билдәләп ҡуйығыҙ: ошонда. (https://mintrud.bashkortostan.ru/upload/uf/075/SEMEYNYY-KALENDAR-2021-god.pdf)

Саралар календары шулай уҡ Башҡортостандың Ғаилә порталында ла бар, тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

Читайте нас