Өҫтәмә корпус менән бер рәттән, мәктәп ашханаһы ла киңәйтелә
Быға тиклем балалар бер нисә төркөмгә бүленеп уңайһыҙ шарттарҙа туҡланырға мәжбүр булған. Мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә уңайлы шарттар булдырыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар ҙа йыһазландырыла.
Әле төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша. Ҡышҡы каникулдарҙан һуң балаларҙы ҙур заманса мәктәп ҡаршы аласаҡ.