Баймаҡ урмандары урындағы ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙан зыян күрә. Улар ағастарҙы ҡырҡып алғандан һуң, урманды таҙаламай, сүп-сар ҡалдыра, яңы үҫентеләр ултыртыу тураһында һүҙ ҙә юҡ... Был хаҡта «Башинформ» агентлығына экоәүҙемсе Дмитрий Ғилмийәров һөйләгән.
Атап әйткәндә, һүҙ урындағы эшҡыуар Илдар Йоманғоловтың диләнкәләре тураһында бара.
«Түбә ауылы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, эшҡыуарҙың пилорама биләмәһендә сүп-сар өйөлгән, иҫкәрмәләрҙе ҡабул итмәй, ғаиләһе менән йәшәмәй. Диләнкәләрендә – сүп-сар һәм ботаҡтар. Яңы ағастар ултыртылмаған. Һөҙөмтәлә урман серей һәм яңынан үҫә алмай. Тәбиғәткә ғәйәт ҙур зыян. Баймаҡ районының урмандары яйлап ҡорой», — ти Ғилмийәров.
Уның һүҙҙәренсә, Йоманғоловҡа тикшереү бөтөнләй килгәне юҡ, бының да үҙ сәбәптәре бар.
«Уны Баймаҡ Урман сәнәғәтселәре союзы етәксеһе вазифаһынан төшөрөргә йөрөгән саҡта Өфөнән килеп беҙҙе ҡурҡытып йөрөнөләр. Ә ул бик күп аҡсалар урлаған ине, махсус комиссия 1 миллион һум аҡса үҙләштерелеүен асыҡланы», — тип һөйләй Ғилмийәров.
Бынан тыш, урман сәнәғәтсеһе Йоманғолов райондағы етемдәргә һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына сифатһыҙ йорттар төҙөп бөткән. Ул өйҙәрҙең стеналарының ҡалынлығы – 10 сантиметр, ҡышҡы һыуыҡтарҙа унда нисек йәшәйҙәр икән?