Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2020, 15:56

Торлаҡ йылдан-йыл күберәк төҙөлә

2020 йылдың 11 айында Башҡортостанда 2 млн 139 мең 500 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Был 2019 йылдың ғинуар – ноябрь айҙарындағы күрһәткестәрҙән 10,2 процентҡа күберәк.
Кешеләрҙең үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөлгән йорттар 66,5 процентын тәшкил итә. Граждандар бөтәһе 1,423 млн квадрат метрлыҡ 13083 шәхси торлаҡ йорт төҙөгән. Уртаса ҙурлыҡтағы йорттоң майҙаны 100 квадрат метрҙан ашыу.
Быйыл ғинуарҙан ноябрь аҙағына тиклем төҙөүселәр тарафынан төҙөлгән 716 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.
Торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса республика Рәсәйҙә – алтынсы Волга буйы федераль округында икенсе урында килә.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас