Ул "Башҡортостан" ДКЗ-һында урынлаштырылған урман ҡупшыҡайы ботаҡтарынан өс уйынсыҡ шарҙы систе һәм уларҙа яҙылған теләктәрҙе уҡыны.
9 йәшлек Григорий Гордиенко өйөндә батут тураһында хыялланһа, 7 йәшлек Тимур Ғәйнуллин ике тәгәрмәсле велосипед кәрәк тигән. 5 йәшлек Арсен Ширгазин швед диуары тип яҙған.
– Хәйриә, ирекмәнлек һәм изге эштәр темаһы миңә бик яҡын. Илдә барған "Теләктәр шыршыһы" кемгә айырыуса ныҡ кәрәк, шуларға яҡшылыҡ башҡарыу өсөн уңайлы мөмкинлек. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров та ҡушылған был проектты тормошҡа ашырыуға бар күңелемде һалам. Бүләктәрҙең спорт темаһына ҡағылышлы булыуы икеләтә шатлыҡ бирҙе, минеңсә, бик шәп киләсәк быуын үҫеп килә. Был теләктәрҙе мотлаҡ үтәйәсәкмен. Етеп килгән Яңы йыл менән! – тине Сергей Греков.
Был акцияла шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов та ҡатнашты.