Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2020, 06:20

Рәхәтләнеп йөрөгөҙ

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, бер нисә урамды яңыртыу дауам итә. Эштәр тамамланып, урам хәрәкәттәре асылған ерҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәрҙе күргәнһегеҙҙер.

Комсомол урамын реконструкциялау ҙа бара. Объекттың ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, эштәр өс йылға күҙалланған. Ремонтты өс ҡаҙна финанслай: федераль, республика һәм ҡаланыҡы.

Аңлайһығыҙҙыр, ҙур эштәр барғанда хәрәкәт сикләнә. Әҙер участкалар эҙмә-эҙлекле асыла. Мәҫәлән, кисә Шәфиев урамынан Урман техникумы урамынаса ике һыҙат та асылды.

Хәүефлерәк урындарҙа бетон бордюрҙар ҡуйылған.
Барлыҡ эш бөткәс, ҡала халҡы бына тигән шыма юллы, тротуарлы, яҡтыртҡыслы һәм башҡа уңайлыҡтары булған урамда йөрөйәсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас