Бөгөн, 23 декабрҙә, Өфө ҡала советы депуттары сираттағы ултырыш барышында баш ҡаланың төнъяҡ өлөшө үҫеше буйынса проектты ҡараны. Һүҙ Төнъяҡ зыяратын киңәйтеү тураһында барҙы.
Зыярат Калинин һәм Орджоникидзе райондары территорияһында урынлашҡан, дөйөм майҙаны – 654 гектар. Депутаттарҙың хуплауынан һуң уның көнъяҡ өлөшөнә тағы ла 19,6 гектар ер ҡушырға ниәтләнә. Ерләү өсөн тағы ла 13, 20, 40 гектар майҙанлы өс ер участогы бүленәсәк.