2021 йылдың 2 ғинуарында БР Мәғариф һәм фән, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары, Республика балалар экология-биология үҙәге "Ҡанатлы калейдоскоп" конкурсы уҙғара. Ул ике өлөштән тора:
10.00 - 15.00 - республиканың бар райондарында үҙ ҡулдарың менән тағараҡтар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ. Иң яҡшыһы тип танылғандың фотоһын һәр муниципалитет төбәк ойоштороу комитетына баһалауға ебәрәсәк.
14.00 -16.00 - теләүсе һәр кеше «Белгес-орнитолог» онлайн викторинаһында ҡоштар донъяһында белемен тикшерә аласаҡ.
Был сара "Экология" милли проектының "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән мөғәләмә итеүҙең комплекслы системаһы" төбәк проекты буйынса үтәсәк. Һәр номинация еңеүсеһе билдәләнәсәк, уларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән.
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан