Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2020, 12:27

Яңы йыл төнөндә һауа торошо ниндәй булыр?

«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса...

«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың 31 декабренән 2021 йылдың 1 ғинуарына һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Термометр бағанаһы -22 градусҡа тиклем төшә. Ҡар көтөлмәй.
2021 йылдың беренсе көнөндә -10 градусҡаса йылыта.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған Яңы йыл төнө күпкә йылыраҡ булды: төндә -15, көндөҙ 0 градус.

Фото: Т. Аманов.
Читайте нас