Бер ҡап тоҙҙо 8 литрлы биҙрәгә һыу һалып, эретеп, унда ҡаҙ итен 15 cәғәт тоторға. Ҡаҙҙы киптергәс, тышына тәмләткестәр , һарымһаҡ ыуырға. Эсенә йәшел алма, ҡара емеш, күрәгә тултырырға. Тәмләткестәрҙе ыуып, бер сәғәт тирәһе тотҡас, итте еңсәгә (рукав) һалып, 2 сәғәткә мейескә бешерергә ҡуйырға.