Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2020, 13:25

Өй хәлүәһе

Хужабикәләр, өйҙә хәлүә эшләп ҡарағыҙ.

Хәлүәне әҙерләү өсөн 4 стакан әрселгән көнбағыш, 3 cтакан он, 2 стакан шәкәр ҡомо,1 стакан көнбағыш майы, ярты стакан һөт алына. Көнбағышты ҡыҙҙырып, ике тапҡыр ит турағыс аша үткәрергә кәрәк. Шунан ҡыҙҙырылған он, шәкәр ҡомо, көнбағыш майы, һөт һалып, бөтәһен бергә ҡушып бутағыҙ. Әҙер хәлүәне һыуытҡыста ҡатырығыҙ .
Фото: cookpad.com
Читайте нас