19 декабрҙә кисен Мишкә районындағы полиция бүлегенә Яңы Аҡбулат ауылында 20 йәшлек егеткә бысаҡ менән сәнсеүҙәре тураһында хәбәр килә.
Бөрө район-ара тәфтиш бүлеге тикшереү барышында асыҡлауынса, киске сәғәт 22.30-ҙа Яңы Аҡбулат ауыл хакимиәте йорто янында зыян күреүсе һәм уның 20 йәшлек танышы араһында ыҙғыш сыға. Һуңғыһына 26 йәшлек ағаһы ярҙам итергә килә. Һөҙөмтәлә «ирҙәрсә һөйләшеү» бысаҡлашыуға барып етә. 26 йәшлек егет ауылдашына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Зыян күреүсене дауаханаға илткәндәр, әммә егет бер нисә сәғәттән вафат була.
Әлеге осраҡ буйынса Бөрө район-ара тәфтиш бүлеге «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. «Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе менән беренсел тәфтиш эштәре алып барыла. Тиҙҙән уға ғәйепләү ҡарары сығарыласаҡ. Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡарап сыҡты, шаһиттарҙан һорау алынған, бер нисә суд экспертизаһы тәғәйенләнгән», — тип хәбәр ителә республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.