Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабря 2020, 07:10

Стәрлетамаҡтағы яңы инфекция госпитале тәүге пациенттарҙы ҡабул итте

Әле бында 12 ауырыу урынлаштырылған. 7 табип, 28 шәфҡәт туташы һәм 2 санитар эш башлаған. Штатты комплектлау һәм яңы хеҙмәткәрҙәр ҡабул итеү әле лә дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - был инфекция үҙәгендә балаларға һәм өлкәндәргә "инфекция ауырыуҙары", "терапия", "эске ауырыуҙар", "хирургия", "акушерлыҡ-гинекология" йүнәлештәре буйынса ярҙам күрһәтеләсәк. Бының өсөн диагностикалау, лаборатория һәм бактериологик лаборатория, аптека, дезинфекциялау һәм үҙәк стерилизация бүлектәре ҡоролған. Улары ошо көндәрҙә үҙ эшен башлаясаҡ.

Фото: Олег Яровиков
Читайте нас