Өфөнөң Орджоникидзе районында йәшәгән 81 йәшлек ҡатынға бер нисә тапҡыр ялған "социаль хеҙмәткәр" килеп, 5 мең һумлыҡ аҡсаны ваҡлап биреүен һораған. Изге күңелле әбекәй уға ярҙам итеүҙән баш тартмаған. Аҙаҡ ҡына үҙенең алданыуын аңлаған. Зыян күләме 15 мең һум.