Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2020, 13:25

Ирле-ҡатынлы Хәйруллиндарға ҡарата сығарылған хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде

БР Юғары суды хөкөм ҡарарына бер аҙ үҙгәреш индерҙе.

Быйылғы йылдың сентябрь айындағы суд ҡарарына ярашлы, Луиза биш йылға, Марат алты йылға иркенән мәхрүм ителгәйне. Бөгөн Башҡортостандың Юғары судының енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы Хәйруллиндарҙың һәм уларҙың яҡлаусыларының аппеляция ялыуын ҡарап сыҡты һәм уны кире ҡаҡты. Юғары суд хөкөм ҡарарына бер урында ғына үҙгәреш индерҙе, ошоға ярашлы, ирле-ҡатынлы Хәйруллиндар «Россельхозбанк»ка бурысты (25 455 862,50 һум аҡса) уртаҡ ҡайтарырға тейеш була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр, 2019 йылдың 28 майында, Салауат ҡалаһындағы «Россельхозбанк»та 25 миллион һум аҡса етмәгәне асыҡланды. Бурлыҡта өлгөлө өлкән кассир Луиза Хәйруллинаны ғәйепләнеләр. Һөҙөмтәлә Луиза Хәйруллина бер айҙан ашыу ире һәм балалары менән хоҡуҡ һаҡлау органдарынан йәшеренеп йөрөнө. Ахырҙа Ҡазан ҡалаһында тотолдолар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас