Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2020, 14:25

Ике ҡыҙы һәм ейәнсәре ҡалды...

Стәрлетамаҡта туҡталышта 59 йәшлек ҡатынға бысаҡ менән сәнскәндәр.

59 йәшлек ҡатын таңғы 5-се 30 минутта вахта автобусын көтөп торған. Ул тролейбус депоһында кондуктор булып эшләгән. Шул саҡ янына таныш булмаған егет килгән. Унан: «Бында иртән ҡайҙа барырға мөмкин, ҡайҙа барып йылынырға?» – тип һораған. Егеткә уның яуабы оҡшамағанмы, ни етмәгәндер, ул кеҫәһенән бысаҡ сығарған да ҡатынға сәнскән.
Енәйәтсе шундай уҡ апаһына йүгергән, тегеһе нимә булғанын белгәс, ашығыс ярҙам һәм полиция саҡыртҡан. Билдәле булыуынса, быға тиклем Ишембайҙан 22 йәшлек егет кеше туҡмап, хөкөм ителгән булған. Енәйәтсе ҡулға алынған, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.


Ҡатындың буйға еткән ике ҡыҙы һәм ейәнсәре ҡалған.
«Кисә генә бергә эшләнек, — тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә һәләк булған ҡатындың коллегаһы. — Ул ейәнсәренә балалар баҡсаһына бүләктәр һәм байрам костюмы әҙерләгән ине. Бик ҡыуана ине. Бахырҡай, ғаиләһен генә уйлап йәшәне».
Мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас