Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2020, 14:56

Хатта банк хеҙмәткәре лә муттарҙан алданған

Уҙған тәүлектә республикала мутлыҡҡа бәйле 12 ғариза теркәлгән.

Өфөләге банк учреждениеһы филиалында эшләгән кассирҙың эш телефонына билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен баш офис хеҙмәткәре итеп таныштырған, шунан һуң күсерелгән аҡсаларға комиссияның өҫтәлеүен тикшереү һылтауы менән бер иҫәпкә 500 мең һумды күсереп ҡарауын ҡушҡан.
Кассир әйткәнде үтәгән. Аҙаҡ банк филиалына аферистың шылтыратҡаны асыҡланған.
Дәүләкән районында иһә 31 йәшлек ҡатын Интернеттағы иғлан буйынса шылтыратып, шпиц тоҡомло көсөк өсөн һатыусының иҫәбенә аванс - 6 мең һум аҡса күсергән. Аҡса күсеү менән һатыусынан елдәр иҫкән.
Зинһар, муттарҙан һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас