Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, составында ҡала биләмәһе булған 21 муниципалитет аҡса алыуға эйә. Йорт алдарын төҙөкләндереү өсөн 700 миллион һум аҡса бүленәсәк. 2021 йылда Башҡортостанда шулай уҡ "Уңайлы ҡала мөхите" программаһы ла эшләйәсәк.