Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2020, 15:20

Арыта торған ризыҡтар, эсемлектәр

Көнөгөҙ ыңғай үтһен өсөн иртәнсәк дөрөҫ ашарға кәрәк. Баҡһаң, энергияны ала торған ризыҡтар ҙа бар икән. Ундайҙарҙы төшкә лә ашарға, эсергә кәңәш ителмәй.

Йогурт, һоло йә башҡа ярма киҫәксәләре (хлопья), круассан. Былар шәкәрле. Шул сәбәпле ашҡаҙан аҫты биҙе әүҙемләшә лә, инсулин күп барлыҡҡа килә. Был кешене арыта. Йә аппетит көсәйә лә, тағы ашағы килә.

Аҡ икмәк. Уның туҡлыҡлылығы әллә ни юҡ. Шулай уҡ инсулин бүленеүен әүҙемләштерә. Ғөмүмән, аҡ ондан бешерелгән ризыҡ кешене депрессияға ла дусар итеүе мөмкин.

Энергетиктар. Әлеге лә баяғы шәкәр күп. Бер банкала – 13 ҡалаҡ. Ә беҙгә көндәлек норма – алты ҡалаҡ. Был эсемлектән һуң, дәрт тойола ла, шунда уҡ хәлһеҙлек һиҙелә, йөрәк тә тигеҙ типмәй башлай.

Ҡәһүә. Юҡ, бер сынаяҡ кофеның зыяны булыуын булмаҫ та. Тик күп эсә башлаһағыҙ, ыңғай йоғонтоһо тиҙ үтә. Энергияғыҙ һикергеләй, арытҡан да кеүек була.

Фото: Pixabay

Читайте нас