Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2020, 13:15

Zoom-ға алмашҡа яңы сервис

2021 йылдың беренсе кварталында Mail.ru Group һәм «Ростелеком» яңы «Сферум» сервисын ғәмәлдә һынап ҡарарға уйлай. Ул уҡыусыларҙы уҡытыу һәм аралашыу өсөн тәғәйенләнгән. Яңы сервис Рәсәйҙең 12 төбәгендә һынау үтәсәк.

Бында 100 кеше ҡатнашлығында видеоконференция уҙғарыу мөмкинлеге бар ( Zoom – 1000 кешегә тиклем). Яңы сервиста “Бәйләнештә” йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша теркәлергә кәрәк. Шулай уҡ платфоормала уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн айырым чаттар эшләп була. Экранды демонстрациялау, “Ҡул күтәреү” кеүек мөмкинлектәр ҙә бар.
Был иһә Америка сервисының Рәсәй аналогы булараҡ таныла. Сөнки Zoom платформаһында барған конференцияларға ят кешеләр килеп инеү осраҡтары йыш теркәлгән.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас