Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2020, 13:07

Юл фажиғәләре - 20 декабрь

Республика юлдарында өс автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше травма алған.

Кисен Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 46-сы саҡрымында, 21 йәшлек егет "Газель" йөк машинаһында юл буйында туҡтаған КамАЗ-ға барып бәрелеп, кабина янында баҫып торған водителде тапаған.
Ырымбурҙан килгән водителдең, 49 йәшлек ирҙең, аяҡтары өҙөлөп киткән... Ул иҫенә килмәйенсә дауаханала йән биргән.
Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 56 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас