Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2020, 08:07

Тәүлек эсендә тағы 159 кешелә ковид раҫланған

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 21 декабргә ҡарата яңы коронавирус менән зарарланыусылар һаны 159 кешегә артҡан.

Пандемия башланғандан алып республикала зарарланыусыларҙың дөйөм һаны 17419 кеше тәшкил иткән. Был һандарҙы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин еткерҙе.
Әлеге ваҡытта 832 пациент дауаханала ята, шуларҙың 68-е – ауыр хәлдә. Н 2750 кеше амбулатор рәүештә дауаланыу курсы үтә.
Инфекция профилендәге койкалар фондының 74,5 проценты ауырыуҙар менән тулған. Бөтәһе республика биләмәһендә инфекция профилендә 6405 койка-урын булдырылған.
Фото:Яндекс.
Читайте нас