Әйткәндәй, республика федераль милли проектҡа ярашлы, авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙе ғәмәлгә ашырыу проектында 2019 йылдан ҡатнаша. Беҙҙә 2019-2025 йылға тиклем махсус адреслы программа раҫланған. Барлығы 63,3 мең кв.м торлаҡтан биш мең самаһы кешене күсереү күҙаллана.