Был урын сана-тюбингыла шыуырға үҙе саҡырып торғандай. Тик быны эшләү үтә хәүефле! Кисә генә бында ун ике йәшлек ҡыҙ менән алты йәшлек малай йәрәхәтләнгән. Ата-әсәләре янында булһа ла, ҡарап тороп балаларын оло бәләгә ҡалдырғандар. Битләү башында һәм түбәнгә тимер кәртәләр ҡуйылһа ла, аңһыҙ кешеләр уларҙы ситкә этә лә ҡуя икән.