Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2020, 15:30

Байрамдан һуң, үәт, шәп буласаҡ!

Яңы йылдың тәүге көнөндә һәр ҡала һәм райондың ҙур майҙан йә стадиондарында Башҡорт йөрөшө көнө үтә.

Нисек икән ул, тип аптырамағыҙ, скандинав йөрөшөн шулай тип үҙгәртәбеҙ ҙә, рәхәтләнеп атлап сығып китәбеҙ.

Был сара «Демография» милли проектының «Спорт – йәшәү нормаһы» төбәк проектына ярашлы уҙғарыла.

Спорт сараһын ойоштороусылар билдәләүенсә, теләүселәргә 2021 метр араны үтеү тәҡдим ителә. Бер шарты бар: скандинав йөрөшө техникаһын ғына белергә. Дистанцияға саңғы таяғы менән үтеү тыйыла икән.

Коронавирустан һаҡланыу өсөн социаль арауыҡты тоторға кәрәгер.

Атлайыҡ, саф һауала йөрөйөк, сәләмәт булайыҡ!

Фото: БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы сайтынан.
Читайте нас