Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2020, 08:42

Ҡан тапшырыу станцияһында янғын нимәнән сыҡҡан?

Республика ҡан тапшырыу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов медицина учреждениеһындағы янғындың яҡынса сәбәбен әйтте.

Алда хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн иртән ҡан тапшырыу станцияһының 4-се ҡатында янғын сыҡты. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут иртәнге сәғәт 8 тула 15 минутта бактериялар лабораторияһында тоҡанған. Шунда уҡ янғынды иҫкәртеүсе тауыш сигналы эшләп китә һәм янғын һүндереү часына автоматлаштырылған рәүештә тапшырыла. .
“Миңә иртән, эшкә йыйынып ҡына йөрөгән мәлдә хеҙмәткәрҙәр шылтыратты. Сыҡтым, тығынға эләктем, янғын һүндереүселәр утты һүндерҙе. Төп янғын бактериялар лабораторияһында булған. Нигеҙҙә пластик тәҙрәләр һәм ишектәр янған. Бөгөн-иртәгә барыһын да тәртипкә килтерербеҙ һәм шаршамбы-кесаҙнанан донорҙарҙы ҡабул итә башларбыҙ, тип уйлайым. Иң мөһиме – зыян күреүселәр юҡ, янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе барыһын да сығарып өлгөрҙөк”, – тип һөйләй Рәмил Хәмитов.
Бинаның ярты өлөшө зыян күрмәү сәбәпле, ҡан компоненттарын медицина учреждениеларына тапшыра башлағандар. Баш табип әйтеүенсә, бөтә дауаханалар ҙа ҡан һәм уның компоненттары менән тулыһынса тәьмин ителәсәк.
«Янғындың сәбәбен, моғайын, янғын һүндереүселәр үҙҙәре әйтер. Һыуыҡ, электрикаға төшкән көсөргәнештер, тип фаразларға мөмкин. Уны бер нисә тапҡыр алмаштырған булһаҡ та, көсөргәнеште күтәрә алмағандыр”, – ти медицина учреждениеһы етәксеһе.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, янғын тулыһынса һүндерелгән.
Фото:Башинформ.
Читайте нас