Егет уянып, ҡаршы көрәшергә тотонған.
Көрәшә торғас, улар карауаттан иҙәнгә барып төшкән.
Фатир хужаһы һикереп тороп утты яндырғансы, уға һөжүм итеүсе аш бүлмәһенә барып, унан бысаҡ алып килгән. Егет һөжүм итеүселә үҙенең элекке танышын сырамытҡан.
Йортбаҫар бысаҡ менән янап, егеттең телефон менән заряднигын талап алған һәм уны өйөнә тиклем оҙатыуын талап иткән.
Уның йортона барып етер саҡта, енәйәтсе кеҫәһендә телефондың юҡлығын аңғарған. Ҡайҙалыр төшөп ҡалған телефонды эҙләгәнендә егет унан тайған. Ҡайтышлай юл буйында көрттә үҙенең телефонын эҙләп табып, полиция саҡыртҡан.
Ошоға тиклем урлыҡ өсөн бер тапҡыр хөкөм ителгән ир, енәйәт ҡылғанда ныҡ иҫерек булдым, тип аҡлана. Ул әле һаҡ аҫтында.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.