Башҡортостанда тағы өс кеше һуңғы тәүлек эсендә тажлы зәхмәттән донъя ҡуйған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәтенә яраҡлы, республикала коронавирустың ҡорбандары һаны 122-гә барып етте.
Министрлыҡта һуңғы өс көндә – 17-19 декабрҙә – һәләк булыусылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән бүлеште.
17 декабрҙә донъя ҡуйыусыларҙың икеһе Өфөнән, береһе – Шишмәнән. Өфөнән 86 йәшлек ҡатын хроник осбтруктив бронхитҡа һәм гипертонияға, Шишмәнән 48 йәшлек ҡатын респираторлы дистресҡа, эске органдарҙың веноз тулы ҡанлылығына зарланған. Тағы бер Өфө кешеһе – 69 йәшлек ирҙә хроник обструктив бронхит, аорта атеросклерозы, йөрәктең хроник ишемик сире барлығы асыҡланған.
18 декабрҙә донъя ҡуйыусылар - Асҡындан 57 йәшлек ҡатын йөрәктең ишемик сиренән, баш мейеһендәге ҡан әйләнешенең дөрөҫ эшләмәүенән, мезентериаль артерияларҙың тромбозынан, Нуриман районынан 69 йәшлек ҡатын шәкәр диабетынан, диабетик полинейропатиянан, ангиоретинопатиянан яфаланған. Тағы бер коронавирус ҡорбаны Өфөнән 80 йәшлек ир – шәкәр диабеты һәм ИБС менән сирләгән.
19 декабрҙә лә өс кешенең һәләк булыуы билдәле булғайны. Уларҙың өсөһө лә Өфөнән һәм ир затынан. 76 йәшлек ирҙең медицина картаһында ДВС-синдром, ашҡаҙандың зипоксик язваһы, полиорган етешмәгәнлек тураһында яҙмалар бар. 75 йәшлек ир гипертония һәм йөрәктең ишемик сире менән яфаланған. 77 йәшлек ирҙә ишемия, гипертония һәм шәкәр диабеты булыуы асыҡланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус менән сирләүселәр һаны һуңғы тәүлектә 159 кешегә артты. Һуңғы тәүлектә тағы ике кешенең һәләк булыуы тураһында билдәле булды.