Белорет район-ара судының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 36 йәшлек ир үҙенең танышын ҡаҙаҡ һурғыс менән туҡмаған. Зыян күреүсене ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға һалғандар.
Асыҡланыуынса, зыян күреүсе рөхсәт һорап тормайынса, ирҙең йортона йәшәргә ингән булған. Өй хужаһы шуның өсөн ғауға ҡуптарған, танышын туҡмап сығарған.
Ир үҙенең ғәйебен таныған. Судта зыян күреүсе танышына ҡаты яза бирмәүҙәрен һораған. Ғәйепленең шәхесен һәм ҡылынған енәйәттең характерын иҫәпкә алып, суд ғәйепләнеүсегә 2 йылға һынау срогы менән 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза билдәләгән. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән әле.