Был хаҡта РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко «Рәсәй 1” каналында “Вести недели” пргограммаһына интервьюһында хәбәр итә.
«Эйе, беҙ быға өмөтләнәбеҙ», — тип яуап бирә министр , киләһе аҙнала пенсионерҙарҙы вакциналау башланыуы мөмкинме, тигән һорауға. Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта 60-тан уҙған ололарҙа вакцинаны клиник һынау тамамлана.
«Беҙ вакциналауға шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙы ла йәлеп итергә тәҡдим итәбеҙ», — ти ведомство етәксеһе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән тәүлектә Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар 159 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 17260 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә ике кеше был сирҙән вафат булды. Мәкерле сир Башҡортостанда бөтәһе 122 кешенең ғүмерен өҙҙө.