Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2020, 18:04

Кемдәр ковидты ауыр үткәрә?

Коронавирус буйынса хәүеф төркөмөнә инеүселәр араһында ла сирҙе ауыр формала үткәреү хәүефе көслө булғандар бар.

“Флебология үҙәге” клиникаһы табибы, хирург Әмирхан Демуров әйтеүенсә, хроник ауырыуҙар һәм йәш ололоғо ковид менән зарарланыу хәүефен арттыра, әммә ул сир ауыр формала үтә тигәнде аңлатмай.Ә бына кемдәрҙең тромбтары бар, йә уларҙың барлыҡҡа килеү ихтималлығы көслө, был осраҡта яңы коронавирус менән ауырыуҙы еңел генә үткәренрмен тимә.
Хирург билдәләүенсә, яңы коронавирус инфекцияһы ваҡытында ҡандың ойошоусанлыҡ әүҙемлеге күтәрелә. Кемдәрҙә былай ҙа тромб барлыҡҡа килеү хәүефе көслө, улар өсөн хәл айырыуса ҡатмарлаша. Кемдәлер тромб барлыҡҡа килеү арҡаһында инсульт или инфаркт булған, коронавирус арҡаһында уның яңынан ҡабатланыу хәүефе арта. Ҡағиҙә булараҡ, тромб барлыҡҡа килеү ихтималлығы көслө булған кешеләрҙә яңы коронавирус инфекцияһы еңел генә үтмәй.
Ул үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнмәҫкә һәм табип тәғәйенләмәйенсә, профилактика өсөн генә ҡанды шыйығайтыусы дарыуҙар эсмәҫкә өндәй. Әмирхан Демуров әйтеүенсә, антикоагулянттарҙы контролһеҙ эсеү етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Фото:Яндекс.
Читайте нас