Самолет һауаға күтәрелгәс тә, экипаж турбинаның төҙөк булмауын асыҡлаған һәм Сорғот ҡалаһындағы аэропортҡа төшөргә ҡарар иткән. «Боинг»ты аэропортҡа ултыртыуҙа бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар булмаған. Пассажирҙар ҙа, экипаж да имен-аман. Ҡағиҙәгә ярашлы, Utair авиакомпанияһы резерв самолет әҙерләп ҡуйған булған. Ул Сорғот ваҡыты буйынса киске сәғәт 22.30-ҙа Өфөгә осҡан.