Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2020, 11:22

Тағы 157 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылды

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 157 кешелә COVID-19 ауырыуы асыҡланған.

Зарарланыусыларҙың дөйөм иҫәбе 17101 кешегә етте. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә генә өс кешенең коронавирустан һәләк булыуы билдәле булды. 19 декабргә ҡарата үлеүселәр һаны 120 кеше тәшкил итә.
Үткән көндә 150 кешенең был ауырыуҙан һауығыуы асыҡланған. Һауығыусыларҙың дөйөм иҫәбе иһә 13683-кә тиң.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас