Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабря 2020, 17:19

Республикала тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 18 енәйәт эше асылған

Шул иҫәптән, ун кеше ялған "банк учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре"нән алданған, өс кеше Интернет аша тауар һатып алғанда аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, өс кеше өҫтәмә аҡса эшләү тәҡдименә ҡыҙығып, ярыҡ ялғашҡа ултырған һ.б.

Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән 34 йәшлек ир сайттарҙың береһендә һатылған ортопедик карауатҡа күҙ һалып, һатыусыға яҙып ебәргән. Һатыусы аванс һорағас, ир банкомат аша билдәһеҙ әҙәмгә 90 мең һум аҡса күсергән. Һатыусы башҡаса бәйләнешкә сыҡмаған.
Алданыусыларҙың исемлегенә эләкмәҫ өсөн, зинһар, һаҡ булығыҙ!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас