Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2020, 04:32

Ойоҡбаштар тиҙ туҙмаһын өсөн

Ойоҡбаш менән колготкиларҙы ҡулығыҙ бешмәҫлек йылымыс һыуҙа йыуһағыҙ, улар тиҙ генә туҙмаҫ. Ә сайҡағанда мотлаҡ эҫе һыу ҡулланығыҙ: туҡыма ептәре һығылмаға әйләнә һәм нығый.

Ойоҡбашты ни тиклем йышыраҡ йыуаһың, шул тиклем оҙағыраҡ хеҙмәт итер. Сөнки оҙаҡ кейгән һайын ул нығыраҡ бысрана, ышҡып йыуырға тура килә. Ә был осраҡта ул тиҙерәк йоҡара һәм йыртыла башлай. Шулай уҡ йыуыр алдынан уны йылы һыуҙа ярты сәғәт тирәһе ебетеп алығыҙ –тиҙерәк таҙарасаҡ. Таҙартыу өсөн кер һабынын ҡулланығыҙ. Сайған һыуға аш һеркәһе (1 литр һыуға 1 ҡалаҡ) ҡушҡанда туҡыманың төҫө оҙаҡ һаҡлана. Шулай уҡ ойоҡбаштағы насар еҫ тә бөтөр.
Ойоҡбаштарҙы ныҡ итеп һығырға ярамай. Иң һәйбәте – уларҙы еңелсә генә һығып, таҫтамал йәки ҡалын туҡыма өҫтөнә һалып тороу. Һыуы уға һеңгәс, ойоҡбаштарҙы бауға элегеҙ. Ҡыш көндәрендә беҙ уларҙы йылытыу торбаларына элеп ҡуябыҙ. Былай эшләргә ярамай: эҫе һауа тәьҫирендә ептәр кипкәндә ҡата һәм тиҙ йыртылыусанға әйләнә.
Читайте нас