Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2020, 14:04

Легендар «Вояджер»

Бынан 43 йыл элек, 1977 йылда, «Вояджер» спутнигы йыһанға ебәрелә. Иң ҡыҙығы, ул әле лә Ер менән бәйләнеште өҙмәй.



Был ҡорамал Сатурн орбитаһынан сыҡҡас, бәйләнеш өҙөлөр һәм уның артабанғы яҙмышы беҙгә билдәһеҙ буласаҡ, тип фаразлай ғалимдар. Әммә әлеге көнгә тиклем уның барлыҡ приборҙары, датчиктары сәғәт кеүек эшләп тора. Ә улары ярты быуат элек яһалған!

«Вояджер» менән бергә сит планета эйәләренә хат та ебәрелә. Унда Ҡояш системаһының, Ерҙең координаталары, музыка һәм кешелектең бөйөк еңеүҙәре яҙылған.

«Вояджер» йәмғеһе 30 миллиардтан ашыу саҡрым үткән. Ул бер секундта уртаса 16 мең метрҙы уҙа. 2013 йылда Ҡояш системаһынан сыҡҡас, икһеҙ-сикһеҙ йыһан киңлеген гиҙә башлай. 2025 йылға уның яғыулығының 20 проценты ҡаласаҡ, электр энергияһы ла бүленеүҙән туҡтаясаҡ.

2030 йылда «Вояджер» Ер менән бәйләнеште юғалтасаҡ, сөнки ул был ваҡытҡа бик алыҫта буласаҡ. Һәм сикһеҙ йыһанды артабан гиҙеүгә юлланасаҡ. Уның янынан Сириус үтә, Проксима Центавра һ.б. Кем белә, бәлки, уны башҡа цивилизациялар күреп ҡалыр...
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас