Ишембай ҡалаһынының урамдарының береһендә 18 йәшлек водитель йәйәүлене бәрҙергән һәм авария урынынан ҡасҡан. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәренә был хаҡта ҡала дауаханаһынан шылтыратып хәбәр иткәндәр. Хоҡуҡ һаҡлаусылар аварияның Тыныслыҡ һәм Совет урамдары киҫелешендә сәғәт 22:00 тирәһендә булыуын асыҡлаған. Йәрәхәттәр менән дауаханаға килгән 53 йәшлек ирҙе табиптар ҡотҡара алмаған.
Яуаплылыҡтан ҡасҡан водителде тапҡандар. 18 йәшлек егет булып сыҡҡан ул. Уның һүҙҙәре буйынса, фажиғә урынын ҡалдырыуының сәбәбе – ҡурҡыу. Тәүҙә ул машинаһын коллектив баҡсаларҙа йәшергән, һуңынан ҡуртымға алынған гаражға ҡуйған. Бынан һуң аварияла ватылған тәҙрәне һәм башҡа өлөштәрен алыштырған. Ремонтланған машинаны күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһының йорттары араһында ҡалдырған.
Егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Эске эштәр министрлығы